«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нисек ҡолаҡ тишергә?



28.10.2019 Нисек ҡолаҡ тишергә?

Ҡолаҡта, аяҡ табанында , бармаҡ остарында, устарҙағы кеүек рефлектор зоналар бар. Улар организмдың теге йәки был ағзаһы менән туранан- тура бәйле. Ҡолаҡтың йомшаҡ урыны – баш, унан өҫкә табан менгән кимерсәк умыртҡа бағанаһы эшмәкәрлеге менән бәйләнештә. Ҡолаҡ йомшағының уртаһында – алҡа кейҙерелә торған урында күҙҙәр сәләмәтлеге өсөн яуап биргән нөктә урынлашҡан.

Сәләмәтлеккә зыян килтермәй генә ҡолаҡ тишергә уйлаһағыҙ, иң тәүҙә актив зоналарҙы теш таҙартҡыс (зубочистка) менән билдәләгеҙ, ҡолаҡтың йомшаҡ урынына баҫып сығығыҙ. Иң ауыртҡан урын – күҙҙең рефлектор зонаһы буласаҡ. Унан 1-2 мм һулда,йә уңда тишек яһарға мөмкин.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға