«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һалым түләүҙәге льготаларға пенсия йәше алдындағылар ҙа хоҡуҡлы



28.10.2019 Һалым түләүҙәге льготаларға пенсия йәше алдындағылар ҙа хоҡуҡлы

Ер һәм милек һалымдары урындағы һалымдарға ҡарай һәм һәр муниципалитет уның күләмен һәм ташламаларҙы билдәләй. Милек һалымынан граждандарҙың 15 категорияһы азат ителгән. Улар : пенсионерҙар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар, Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар, хәрби хеҙмәткәрҙәр, ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар . Инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар, 18 йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк балаһы булған ата-әсәләр торлаҡҡа һалымдан азат ителгән.
2019 йылдан алып пенсия йәше алдындағы граждандар ҙа ташламаларға эйә. Тик бының өсөн һалым инспекцияһына пенсия йәше алдында булыуың тураһында пенсия бүлексәһенән белешмә килтерергә кәрәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға