«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер штраф урынына икәү



26.10.2019 Бер штраф урынына икәү

Архангел районы прокуратураһы йөк ташыу менән шөғөлләнеүсе фирмаға ришүәт тәҡдим иткән өсөн 500 мең һум штраф һалған.

Үткән айҙа Юл-патруль хеҙмәте инспекторы артыҡ күп йөк тейәгән “Мерседес” фураһын туҡтата. Фирмаға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 400 мең һумдан 500 мең һумға тиклем штраф янай. Фирма директоры эште еңел генә хәл итмәк булып, инспекторға 20 мең һум аҡса тәҡдим итә. Әммә ул был хаҡта етәкселегенә хәбәр итә. Фирма ришүәт тәҡдим иткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Хәҙер иһә уларға бер түгел ике штрафты, дөйөм алғанда 1 млн һум самаһы түләргә тура киләсәк.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға