25.10.2019 Өфөнө тараҡандар баҫҡан
Дим районы халҡы ҙур тараҡандарҙың күбәйенә зарлана.
Бигерәк тә Таллин һәм Хаҡиҡәт урамдары киҫелешендәге канализация соҡорҙарынан сиреүе менән сығыуына борсолалар.
"Люктан алыҫ түгел сүп-сар, гараждар һәм йылылыҡ трассаһы урынлашҡан. Был соҡорҙа был бөжәктәргә үрсеү өсөн барлыҡ шарттар бар", - ти улар.
Һуңғы йылдарҙа Өфө халҡы ҡаланы тараҡандар баҫыуына зарлана.
Йылылыҡ миҙгеле башланғас, улар фатирҙарҙы яңы көс менән баҫып алды, тип борсола кешеләр.