25.10.2019 Стәрлетамаҡта Валерия менән Иосиф Пригожинды күргәндәр
Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына килгән булған.
Был учреждение - ауыр тормош хәлендә ҡалған 6 айҙан алып 6 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләнгән профилле дауахана, бындайҙар илдә күп түгел. Тәрбиәләнеүселәрҙән ата-әсәләре баш тартҡан йәки алкоголизм менән сирләй.
Валерия ире менән тап ошо балаларға килгән дә инде. Улар һәр кемгә ҡиммәтле бүләктәр килтергән, медучреждение буйлап экскурсияла йөрөгән.