25.10.2019 Иртәгә ЮХХДИ барыһын да туҡтатасаҡ
Был шәмбелә Өфө водителдәрен тикшерәсәктәр. Юлдарҙа авариялар һанын кәметеү маҡсатында, автоинспекторҙарға яңы бурыс ҡуйылған.
Мәҫәлән, бөгөн Дим районында үткән рейд мәлендә 51 тәртип боҙоу теркәлгән. Бик күптәр уҡый алмаҫлыҡ билдәләр (15), тонировка (10), маневр тәртибен боҙоу (8) арҡаһында штрафҡа юлыҡҡан.