25.10.2019 Бәхетле булһын!
Яңауыл ҡалаһында әсәһенең мәйете янында бер аҙна ашамай йәшәгән алты йәшлек малай Мәскәүгә әсәһенең бер туған апаһына йәшәргә китте. Туғандары уллыҡҡа аласаҡ. Әле уға прописка эшләйҙәр. Һуңынан сабый махсус балалар үҙәгендә реабилитация үткәндән һуң балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡ.
Малайҙың әсәһе йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат булған. Малай күршеләрен ярҙамға саҡырмаған.