25.10.2019 Эш сәғәттәре оҙайтылды
1 декабргә тиклем фатирға,шәхси йортҡа, ер участкаһына, транспортҡа һалымдарығыҙҙы түләп ҡуйығыҙ. Әгәр ҙә һеҙгә почта аша һалым түләүгә квитанциялар килмәһә, уны һалым инспекцияһынан барып алырға мөмкин.
Республикала һалым түләү ваҡыты яҡынлашып килеүгә бәйле һалым инспекцияларының эш ваҡыты үҙгәрҙе. 1 ноябрҙән улар эш көндәрендә – иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә, ноябрҙең икенсе һәм дүртенсе шәмбеһендә сәғәт 10-дан 3-кә тиклем эшләйәсәк.