25.10.2019 Уларҙы ир тип әйтергә тел әйләнмәй
Бөгөн Ҡунаҡһарай алдында бер төркөм яланғас ирҙәргә тирә-йүндәге халыҡ бот сабып аптырай.
Шаһиттар шунда уҡ кеше ышанмаҫлыҡ был күренеште фото һәм видеоға төшөрә башлай.
Халыҡтың көслө иғтибары ла сәйер әҙәмдәрҙе туҡтатмай, улар тыныс ҡына балалар башлығы һәм подгузниктарҙа тегеләй былай йөрөүен дауам итә.
Баҡһаң, улар шәхесте үҫтереү буйынса тренинг ҡатнашыусылары булған. Йәнәһе, ошо рәүешле комфорт зонаһынан сығырға өйрәнәләр.
"Ир-ат намыҫын юғалтып, нисек ошолай йөрөргә була?!" - тип ғәжәпләнә комментарий яҙыусылар
Күптән түгел Өфөләге бер АЗС купальник менән килеүсе гүзәлдәр өсөн ташлама вәғәҙә иткәс, ҡайһы бер ир-ат ҡатын-ҡыҙ бикиниһында, бейек үксәле туфлиҙә барып шаҡ ҡаттырған ине.