«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төшөнкөлөккә бирелеп, ғүмереңде ҡыҫҡартма



25.10.2019 Төшөнкөлөккә бирелеп, ғүмереңде ҡыҫҡартма

Йөрәк өйәнәге йәки инсультҡа бирешергә теләмәйһегеҙ икән, тормошҡа ыңғай ҡарарға өйрәнегеҙ.

Япония ғалимдары, донъяның төрлө мөйөшөндә ғүмер итеүсе 10 меңдән ашыу кешене тикшергәндән һуң, оптимистарҙың йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, рак, диабетҡа – 14-ы, инсульт, йөрәк өйәнәгенә 35 процентҡа аҙыраҡ бирешеүен асыҡлаған. Тиҙ төшөнкөлөккә бирешеүселәр, пессимистар үҙҙәрен гел борсоп йәшәй, уларҙың ҡан баҫымы күтәрелә, матдәләр алмашыныуы насарая. Ҡыҫҡаһы, бындай кешеләр холоҡтары менән үҙ ғүмерҙәрен ҡыҫҡарта.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға