«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәйем тиһәң



25.10.2019 Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәйем тиһәң

Көн һайын тиерлек алдаҡсылар ҡорбаны булған кешеләр осрап тора. Мутлашыусылар тоҙағынан ҡотолоу өсөн белгестәр бер нисә кәңәш бирә:

1. Ишекте белмәгән кешегә асмағыҙ, сит кешеләрҙе өйгә индерергә ашыҡмағыҙ. Үҙҙәрен полиция хеҙмәткәрҙәре, Пенсия фонды белгесе, башҡа социаль хеҙмәткәр, тип таныштырһалар ҙа, быны шылтыратып асыҡларға иренмәгеҙ.

2. Телефон аша «туғанығыҙ ауыр хәлдә», «Балағыҙ юл һәләкәтенә осраны» тигән һәм башҡа ошондай хәбәрҙәргә ышанмағыҙ. Дауалау, ҡотҡарыу өсөн һораған аҡсаны күсерергә ашыҡмағыҙ. Барыһын да тикшерегеҙ, белешегеҙ.

3. Лотореяла ҙур суммаға аҡса оттоғоҙ, бүләк уйнатыуҙа ҡатнашып еңде, кеүек тәҡдимдәргә ризалашмауығыҙ хәйерлерәк.

4. «Сихырҙы ҡайтарам, киләсәгеңде әйтәм» тигән иғландар ҙа мутлашыуҙың бер төрө булырға мөмкин.

5. «Банк картағыҙҙы ҡулланып булмаясаҡ, зыян килмәһен өсөн фәлән номерға карта тураһында мәғлүмәт ебәрегеҙ», тигән хәбәрҙәргә лә ышанмағыҙ. Был да мутлашыусыларҙың тоҙаҡҡа эләктереүенең бер төрө.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға