«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эштәре бөткәс, ашаған ашына төкөрөп маташалар...



25.10.2019 Эштәре бөткәс, ашаған ашына төкөрөп маташалар...

2011 – 2013 йылдарҙа КХЛ-дың «Металлург» (Новокузнецк) клубында сығыш яһаған Канада хоккейсыһы Брент Сопел, Рәсәйҙәге тормошто яманлап, Төньяҡ Америкала йәшәүенең ҡәҙерен белдергән.
«Мин Рәсәйҙә ике йыл тирәһе уйнаным. Унда байҙар күп булһа ла, башҡа ябай халыҡ ҡот осҡос йәшәй. Магазиндарына бер ингәндән һуң, башҡа унда барманым. Урам буйында әбейҙәрҙең һыйыр ҡыуалап йөрөүе, ябай күренеш. Бер тапҡыр бер ҡыҙға ярҙам итеп, магазиндың ишеген тотоп торғайным: ул миңә яман ҡарап, үлтереүсе тип уйланы буғай. Шулай ҙа КХЛ-да, НХЛ-ға ҡарағанда күбәрәк аҡса түләнеләр», тигән тыуған яғына ҡайтҡас.
Аптыраҡ: майҙа йөҙөп, байып ҡайталар ҙа, беҙҙе нишләптер яманларға керешәләр. Ә бит киләләр…





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға