25.10.2019 Өфө гандболсылары Рәсәй беренселегенең финал этабына сыҡты
Өфөлә 18 йәшкә тиклемге гандболсылар араһында Рәсәй беренселегенең төбәк-ара ярыштары уҙҙы.
Унда Башҡортостан республикаһының – ике, Һамар, Һарытау өлкәһе һәм Пермь крайының спортсылары ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Республикабыҙҙың беренсе командаһы дүрт еңеү яулап, беренсе урынға сыҡты һәм шул уңайҙан Рәсәй беренселегенең финал этабында ҡатнашырға хоҡуҡ яуланы.
Икенсе урынға Һамар гандболсылары сыҡһа, өсөнсө призлы урынды Пермь крайы спортсылары яуланы.