«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәким мәсете айлы булды!



25.10.2019 Хәким мәсете айлы булды!

Кисә, 24 октябрҙә, баш ҡаланың Хәким мәсетенә тантаналы рәүештә ярым айҙар урынлаштырылды.

Сарала мосолмандарҙың Рәсәй Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һәм "XXI быуат белем алыу киңлегендә инламдың идеалдары һәм ҡиммәттәре" XII Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар булды.

Тәлғәт Тажетдин белдереүенсә, 40 йыл элек кенә Башҡортостанда 16 мәсет булған, бөгөн иһә уларҙың һаны 1 200. Бер быуат үткәндән һуң Хәким мәсетен тергеҙеү - барыһы өсөн дә оло ваҡиға.

"Йәштәребеҙ үҙҙәрен тормошта юғалтмаһын өсөн уларға рухи таяныс - әхлак һәм Тыуған илгә һөйөү кәрәк", - тип белдерҙе мосолмандар рәйесе.




Ҡунаҡтар - Рәсәйҙең, Һиндостандың, Ирактың, Төркиәнең, Египеттың, Иорданияның һәм башҡа илдәрҙең билдәле дин әһелдәре баш ҡала халҡын байрам менән ҡотланы. Стамбул мөфтөйө Мехмет Емин Масали Ҡөрьәндәр сүрәләр уҡыны һәм доға ҡылды.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға