«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәхил бул, Губернатор!



24.10.2019 Бәхил бул, Губернатор!

Әбйәлил районының "Салауат" совхозы утарының берҙән-бер йәшәүсеһе Фуат Нуретдинов баҡыйлыҡҡа күскән.


Халыҡ уны шаяртып Губернатор тип йөрөттө, йәнәһе, үҙенә үҙе хужа. Бөгөн электр уты ла, газы ла, телевидениеһы ла булмаған иң төпкөл ауылда, ҡасандыр, тормош гөрләп торған. Тик халыҡ, совхоз бөткәс, утарҙы ташлап китә башлай. Бер Нуретдиновтар ғына башҡалар менән бергә күсеүҙән баш тарта.

Фуат апаның әбейе 2011 йылда үлеп ҡала. Бабай яңғыҙы ҡалғас та, балалары, яҡындары күпме өгөтләмәһен, утарын ташларға теләмәй. Утар хужаһын оло донъя менән батарейкала эшләгән транзистор бәйләй ине. Көнө буйы "Юлдаш" радиоһын тыңларға яратам, тип һөйләгәйне 2012 йылда ошо утарға командировкаға килгәнемдә, ул саҡта уға 73 йәш ине.

- Бындай тәбиғәт ҡосағында 150 йәшкә тиклем йәшәйем әле! - тигәйне заманында Ленинград урман хужалығы академияһын тамамлаған, бәһлеүән кәүҙәле, көр тауышлы бабай, һап-һау тештәре менән киң йылмайып. Ысынлап та, ошо йәшкә етер кеүек ине...

Бәхил бул, тере саҡта уҡ урындағы халыҡтың легендаһына әйләнгән Губернатор!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Кп


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға