«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙең волейбол аренаһы иң яҡшыһы буласаҡ



24.10.2019 Беҙҙең волейбол аренаһы иң яҡшыһы буласаҡ

2020 йылдың ғинуарында Өфөлә волейбол аренаһын төҙөй башлаясаҡтар.


“Урал” волейбол клубы начальнигы Илдар Ғәзизуллин һүҙҙәренсә, республика етәкселеге, клуб президенты Валерий Багметов башланғысы һәм ярҙамы менән проект эштәре тамамланған тиерлек.

Ҡала мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы төҙөләсәк арена Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ: ике залдың береһе – биш мең, икенсеһе 500 тамашасыға иҫәпләнгән. Тағы уҡыусылар өсөн интернаттың күнекмәләр залы ла проектҡа индерелгән.

Аренаны 2022 йылда тамамлап, Волейбол буйынса донъя чемпионатының Рәсәй этабын Өфөлә ҡабул итеү планлаштырыла.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға