«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был йәкшәмбелә “Географик диктант – 2019” уҙасаҡ



24.10.2019 Был йәкшәмбелә “Географик диктант – 2019” уҙасаҡ

27 октябрҙә республиканың 700 самаһы майҙансығында “Географик диктант – 2019” яҙасаҡтар. Сара бишенсе йыл рәттән Президент Владимир Путин башланғысы менән, Рус географик йәмғиәте тарафынан ойошторола. Диктант ике өлөшкә бүленгән 40 һорауҙан тора, барлығы дүрт вариант эшкәртелгән.


Быйыл диктант, ғәҙәттәгесә, юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, ғилми институттарҙа, китапханаларҙа ойошторола. География буйынса белемде поездарҙа һәм вокзалдарҙа, ҡурсаулыҡтарҙа һәм «Варяг» ракета крейсерында, Санкт-Петербургта Рус география йәмғиәтенең Штаб-фатирында, «Күскенсе» этнопаркында һәм «Рәсәй — минең тарихым» тарихи парктарында ла тикшереп ҡарарға мөмкин.

Барлыҡ варианттар ҙа рус һәм инглиз телдәрендә әҙерләнгән.

Бөтә илдәрҙә лә акция 27 октябрҙә урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Онлайн Диктант акцияның сайтында dictant.rgo.ru Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 2-лә асыла. Уны биш көн дауамында – 31 октябргә көндөҙгә сәғәт 2-гә тиклем яҙырға мөмкин.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға