«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Алтын ҡурай"ҙа кемдәр еңгән?



24.10.2019 "Алтын ҡурай"ҙа кемдәр еңгән?

Республиканың 100 йыллығы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына үткәрелгән «Алтын ҡурай» халыҡ-ара журналистар конкурсына йомғаҡланды.

Бәйгене Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар союздары, БР Хөкүмәте, Мостай Кәрим исемендәге фонд, «Өфө» журналы редакцияһы ойошторҙо. Унда Чехиянан, Канаданан, Ҡытайҙан, Төркиәнән, Азербайжандан, Мәскәүҙән, Татарстандан, Даҡстандан, Яҡутстандан, Алтайҙан, Хакасиянан, Мордовиянан, Красноярск крайынан, Свердловск, Брянск өлкәләренән 100-ҙә артыҡ кеше ҡатнашты.

Ете номинацияның һәр береһендә өс еңеүсе билдәләнде, шулай уҡ — «Телевидениела иң яҡшы эш» һәм «Интернетта иң яҡшы эш» махсус номинациялары булдырылды.

Конкурс ҡурай таждарын символлаштырған ете номинация буйынса уҙғарылды:

«Тупрағымдан уңдым... Башҡортостан!»;
«Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың!»;
«Рус түгелмен мин, ләкин россиян мин»;
«Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы»;
«Һоҡландым мин даһиҙарға, даһиҙан көнләшмәнем...
«Бер йыр йырланған был өйҙә, бәпесте йоҡлатҡанда»;
«Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма».

Бүләкләү тантанаһы 26 октяьбрҙә Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында киске сәғәт 7-лә башлана. Һәр ете номинацияла еңеүсегә аҡсалата премия һәм конкурстың символикаһы менән статуэтка тапшырыласаҡ. Кисәлә «Алтын ҡурай» жюрийы етәксеһе – Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев ҡатнашыуы көтөлә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға