«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үрген ауылында хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны туҡталыш төҙөгән



24.10.2019 Үрген ауылында хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны туҡталыш төҙөгән

Ейәнсура районының Үрген ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Әкрәм Солтанбаев ауылдаштарына туҡталыш төҙөгән.

Егәрле хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны хаҡында ауылдаштары ла тик ыңғай ҡарашта. Ул ябай механизаторҙан колхоз рәйесенә ҡәҙәр хеҙмәт юлын уҙған. Ҡатыны менән бөгөн һыйыр малы, һарыҡ тота, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, ике ҙур баҡса үҫтерә. Яңыраҡ ҡына яңы йорт та һалып сыҡҡандар. Ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар.

Ҡыҫҡаһы, тормош геүләп тора, ҡартайырға ваҡыттары юҡ. Хаҡлы ялда булһа ла, Әкрәм ағай бер көн дә тик тормай, ти уның хаҡында ауылдаштары.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Һәүәҫкәр фото


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға