«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә телефондан "шаярта"



24.10.2019 Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә телефондан "шаярта"

Төбәктә туғыҙ айҙа суд приставтары махсус хеҙмәттәргә ялған шылтыратыуҙар өсөн халыҡтан 270 мең һум штраф түләткән.


Полиция, “Тиҙ ярҙам”, ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә, ғәҙәттә, балалар һәм үҫмерҙәр шылтыратып, саҡырыуға килгән хеҙмәткәрҙәрҙең йүгерешкәнен ҡыҙыҡ күреп ситтән күҙәтергә ярата.

Балиғ булмағандар ғына түгел, үҙ-ара һыйышмаған күршеләр ҙә бер-береһе өсөн алдап саҡырта, ти белгестәр. Мәҫәлән, “Күршемдең фатиры яна!” – тип янғын хеҙмәтенә шылтыратып, үс алалар икән.

Ялған шылтыратыу 1 – 1,5 мең һумға төшә, 16 йәшкә тиклемге балаларҙан тыш, тәртип боҙоусыларҙың барыһы ла штраф түләргә мәжбүр була. Тимәк, сама менән республикала быйыл 200-ҙән ашыу кеше телефон аша “шаяртҡан”.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға