24.10.2019 Алименттан ҡасып йөрөүселәр магазинға инә алмаясаҡ
РФ Юстиция министрлығы алимент түләмәүселәрҙе енәйәт яуаплылығына тарттыу буйынса яңы закон проекты әҙерләй.
Әлеге ғәмәлдәге закон буйынса, кемдер бер-нисә тапҡыр сәбәпһеҙ алимент түләмәй икән, уға Енәйәт кодексының 157-се статьяһы янай. Ләкин был закон тулы көсөнә эшләмәй, ти хоҡуҡ һаҡлаусылар. Тиҙҙән ул яңырасаҡ, йәғни ҡатыланасаҡ.
Әйткәндәй, суд приставтары алименттан ҡасып йөрөүселәрҙе сауҙа үҙәктәрендә, магазиндарҙа эҙәрлекләй башлаясаҡ.