«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәйбуллала әҙәби-музыкаль кисә үтте



24.10.2019 Хәйбуллала әҙәби-музыкаль кисә үтте

"Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыллығы айҡанлы үҙәк район китапханаһында “Мостай Кәрим — беҙҙең тормошта” исемле әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо.


Кисәне Ғәлимйән Үлтерәковтың баянына БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Юнысов “Һаумы, тиҙәр, гөлдәр” йыры менән башланы. Артабан БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәниә Арыҫланова шағирға бағышлап мөнәжәт әйтте. Нәжиә һәм Тимур Аскаровтар, Рәмзиә Дәүләтҡолова, Илгинә Ғиләжева, Лира Такалова башҡарыуында шиғырҙар, Көнһылыу Ҡоланбаеваның йыры береһен дә битараф ҡалдырманы.

Ә үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, Яңы Ергән ауылы ағинәйҙәре драма әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Азат Искужин һәм Рәсимә Динисламованың — “Яҙмыштарҙан уҙмыштар”, “Балҡыш” халыҡ ветерандар хорының “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” йырҙарын башҡарыуы моң тулҡынында тирбәлтте. Артабан БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Менәүәрә Бохарбаева Мостай Сафа улы менән танышлығы тураһында һөйләне.

Ошо көндәрҙә республикабыҙ райондарында оло аншлаг менән барған “Һеңлекәш” фильмында Аҡъяр малайы Йософ Рәхмәтовтың уйнауы — беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Йософ кисәнең ҡунағы булып, тамашасыларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе.

Сара барышында әҙиптең тормош юлына һәм ижадына арналған викторина үтте, еңеүселәргә район ветерандар советы етәксеһе Роза Аллағолова бүләктәр тапшырҙы", - тип яҙа беҙгә Лира Такалова.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға