«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Василевский уҙған тур йондоҙо булып танылды



24.10.2019 Василевский уҙған тур йондоҙо булып танылды

Хоккей буйынса НХЛ-дың «Тампа Бэй Лайтинг» клубы ҡапҡаһын һаҡлаған яҡташыбыҙ Андрей Василевский уҙған тур һәҙәмтәһе буйынса беренсе йондоҙ булып танылды.
Уның командаһы «Питтсбург Пингвинз» хоккейсыларына ҡаршы уйнап, уларҙы 3:2 иҫәбенә ота. Ә инде Василевский дәғүәсенең сойорғотҡан 39 шайбаның 37-һен ҡаҡлыҡтыра.
Яҡташыбыҙ заманында «Салауат Юлаев» командаһы өсөн уңышлы сығыш яһап, 2014 йылда НХЛ-ға юллана һәм шунда уҡ үҙ урынын табып, «Тампа»ның алыштырғыһыҙ ҡапҡасыһына әйләнә. Уҙған миҙгел команда етәкселеге уға яңы килешеү тәҡдим итеп, ҡапҡасыға йылына 9,5 миллион доллар эш хаҡы вөғөҙө итте. Уға өҫтәп ул ошо ваҡыт эсендә бонуслата тағы 45 миллион доллар аласаҡ. НХЛ-да уйнаған Рәсәй уйынсылары араһынан ул эш хаҡы буйынса билдәле Овечкинға етеп, Панариндан ғына ҡаласаҡ.
Уҙған миҙгел Василевский НХЛ ҡапҡасылары араһында юғары уңышҡа ҡаҙанып, "Везина Трофи" призына лайыҡ булды.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға