«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көсләүҙә ғәйепләнеүсе студентҡа Нигерия президенты ярҙам итерме?



24.10.2019 Көсләүҙә ғәйепләнеүсе студентҡа Нигерия президенты ярҙам итерме?


Фәхишә саҡыртып, һуңынан көсләүҙә ғәйепләнеүсе Африка студенты Айо Осиа СИЗО-ла аслыҡ иғлан иткән. Ул үҙенең адвокаты аша Нигерия президенты Мөхәммәт Бухариға хат тапшырған. Ир етәксеһенән үҙен төрмәнән сығарыуҙы һорай. Нигерия етәксеһе ошо көндәрҙә «Россия - Африка» саммитына килергә тейеш.
Билдәле булыуынса , былтыр Яңы йыл байрамында Өфөлә Нигериянан баш ҡалаға уҡырға килгән студент 41 йәшлек фәхишә саҡырта. Һуңынан был ҡатын уны көсләүҙә , бысаҡ менән янап, аҡсаһын алыуҙа ғәйепләй.
Студенттың һүҙҙәренсә, еңел холҡло ҡатын үҙе уның аҡсаһын, планшетын урлаған һәм әйберҙәрен таптыра башлағас, көсләне тип полицияға хәбәр иткән. Әле егет тикшереү изоляторында ултыра.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға