«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тиҙҙән ашауҙы бөтөнләй тыясаҡтар



24.10.2019 Тиҙҙән ашауҙы бөтөнләй тыясаҡтар

Испан диетологтары рациондан бөтөнләй алып ташларға кәрәкле ризыҡтар исемлеген билдәләгән. Улар белдереүенсә, кеше сәләмәтлеге өсөн файҙалы булмаған ризыҡтар бик күп.

Беренсе – сиратта ҡамыр ризыҡтары. Ул ҡандағы глюкозаны кинәт күтәрә йәки киреһенсә төшөрөп ебәрә, киләсәктә шәкәр сиренә килтерергә мөмкин, тип һанала.

Икенсеһе – колбаса. Өсөнсө урында – майһыҙландырылған һөт ризыҡтары. Уларҙың составында шәкәр күп икән. Шулай уҡ туҡлыҡлы ла түгелдәр, киреһенсә, ашау теләген генә арттыралар. Һөҙөмтәлә был ризыҡтарҙы ҡулланған кеше һимерә башлай. Ҡамыр ризыҡтары, ярымфабрикаттар, спиртлы эсемлектәр менән дә һаҡ булырға кәрәк.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға