«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Предприятие хеҙмәткәренә 400 мең һум штраф түләйәсәк.



24.10.2019 Предприятие хеҙмәткәренә 400 мең һум штраф түләйәсәк.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы Прокуратураһы производствола ауыр йәрәхәт алған «Химремонт» предприятиеһы хеҙмәткәренең ғаризаһын ҡәнәғәтләндерҙе.

Былтыр февраль айында ойошманың слесары ҡоролмаларҙы гидротаҙартыу ваҡытында төҙөк булмаған һығылмалы торба үткәргес ҡулланған. Эш барышында ул битенә килеп бәрелә һәм эшсенең күҙен йәрәхәтләй. Һөҙөмтәлә бер күҙе күреү һәләтен юғалта һәм ул инвалид булып ҡала.
Эксперттар был бәхетһеҙ осраҡтың сәбәбе, эш биреүсенең производствоны тейешле кимәлдә ойоштормауы һәм хеҙмәткәрҙең хәефһеҙлек ҡағиҙәләрен тотмауы, тип билдәләй. Ҡала суды «Химремонт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен зыян күреүсегә 400 мең һумлыҡ мораль компенсация түләргә мәжбүр итә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға