24.10.2019 Бына исмаһам балыҡ!
Өфөнән ҡомарлы балыҡсы Ағиҙел йылғаһында 12 килограмлыҡ һыла балығы (судак) тотҡан.
Дуҫтары менән балыҡҡа барған Шамил һыуҙан шул тиклем ҙур балыҡ һөйрәп сығарырмын тип бапшына ла килтермәй. Балыҡтың ҙурлығына дуҫтары ла хайран ҡала. Үлсәп ҡараһалар, теүәл 12 кг.
Ҡыуанысынан ни эшләргә белмәгән Шамил, табышы менән фотоға ла төшә, видеоролик та төшөрә. Әммә һуңынан балыҡты кире һыуға ебәрә. Юҡҡа ғына, балыҡсылар балыҡҡа барғанда төп маҡсат – балыҡ тотоу түгел, ә ошо шөғөл оҡшай, шуға йөрөйбеҙ, тимәйҙәр икән.