23.10.2019 Геройҙар беҙҙең арала
Тотош ғаиләһен янғындан ҡотҡарған йәш геройҙы Мәскәүҙә бүләкләйәсәктәр. Архангел районынан 17 йәшлек Александр Маскалев Росгвардия һәм Федерация советы ойошторған «Геройҙар – балалар” федераль проектында ҡатнаша.
Үҫмер быйыл яҙ янғындан тотош ғаиләне ҡотҡара.
Ул көндә әсәһе Алена кескәй балаларын йоҡларға һалып йөрөй, ә Саша мунса яға. Урамға сыҡҡан малай веранданан төтөн сыҡҡанын күреп ҡала.
Үҫмер бер секундҡа ла икеләнмәй, туғандарын ҡотҡарырға ут эсенә ташлана. Әсәһен янғын тураһында иҫкәртеп, дүрт йәшлек Карина менән имсәк сабыйҙары Диманы эләктереп тышҡа атыла. Әммә веранданы ут ялмап алған, юл ябыҡ була. Үҫмер шунда ла юғалып ҡалмай, өйҙөң тәҙрәһен ватып сығып, бәләкәстәрҙе тышта ҡалдыра һәм әсәһе артынан тағы өйгә инә.
“Әгәр ҙә шул ваҡытта һин булмаһаң, беҙ өсәү бөгөн яҡты донъяла булмаҫ инек”, – ти әсәһе улына.
Саша үҙе лә зыян күрә, бит-ҡулы һыҙырыла, тәненең 25 проценты яна. Алда уны оҙайлы дауаланыу, ауыртыу-һыҙланыуҙар көтә.
Саша Маскалев Мәскәүҙә лайыҡлы наградаһын алғандан һуң, Росгвардияның төбәк идаралығы уның ғаиләһен шефлыҡҡа алырға итә.