23.10.2019 Янғындан кешеләрҙе эвакуациялайҙар
23 октябрҙә эш көнө аҙағына Өфө ҡалаһының Зорге урамында күп ҡатлы йорттоң фатирында янғын сыға. Ғәҙәттән тыш хәл урынына 15 ҡотҡарыусы һәм биш махсус автомашина килеп етә.
Тәүге янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар килеп еткәндә янғын туғыҙ ҡатлы йорттоң өсөнсө ҡатындағы фатирҙың бер бүлмәһендә була. Унан балкон аша автобаҫҡыс буйлап ҡатынды ҡотҡаралар. Ҡотҡарыусылар шулай уҡ хәүефле зонанан 12 кешене, шул иҫәптән өс баланы эвакуациялайҙар.
Янғынды һүндергәс, уның сәбәбен асыҡлау буйынса тикшереү эше башланған.