«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡса етмәй, тип бабайҙың аҡсаһын урлағандар



23.10.2019 Аҡса етмәй, тип бабайҙың аҡсаһын урлағандар

Муттарҙы тотҡандар.

Сентябрь башында пенсионерҙың ишегенә ике егет туҡылдата.

Беҙ янғын һүндереү компанияһы хеҙмәткәрҙәре, янғын хәүефһеҙлеге ҡорамалын ҡуйғанығыҙ өсөн аҡсаны кире ҡайтарып йөрөйбөҙ, тип улар фатир хужаһына конверт һонған.

Тик бында аҡса күберәк, һеҙ беҙгә ун мең һум ҡайтарым бирергә тейешһегеҙ, тигәстәре, бабай конвертты асып та ҡарамайынса, уларға 10 мең һумды тоттора.

Улар сығып киткәс кенә конвертты асып ҡараһа, унда аҡса урынына "банк приколов"тың купюралары ятҡанын күрә.

Полицияға ошо турала хәбәр итеп, ғариза яҙғас, мутлыҡ ҡылып йөрөүсе егеттәрҙе эҙләп тапҡандар. 19 йәшлек егеттәр алдан янғын хәүефһеҙлеге ҡорамалын ҡуйыу менән шөғөлләнгән компанияла эшләгән булған. Енәйәт юлына баҫыуҙы аҡса етешмәү менән аңлатҡандар.

Уларға ҡарата енәйәт эше асылған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға