«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 22 октябрь



23.10.2019 Юл фажиғәләре - 22 октябрь

Кисәге, 22 октябрҙә, республикала 15 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кеше һәләк булған, 18 кеше йәрәхәттәр алған.

Кисен Шишмә районында, Арыҫлан-Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә автоюлының 27-се саҡрымында, кеше тапалған.

Миәкә районының 50 йәшлек водителе ("Toyota Corolla" машинаһында) юл уртаһынан китеп барған ирҙе күреп ҡалып, уны тапатмаҫ өсөн машинаһын уңға борған да бит, барыбер көҙгөһө менән һуҡтырып өлгөргән. Унан һуң юлсыға ыңғай килгән "Renault Logan" бәрелгән (рулдә Дәүләкәндән 36 йәшлек ир булған).

62 йәшлек Өфө кешеһе алған яраларҙан шунда уҡ йән биргән.

Юлсының ҡара кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар юҡ ине, ти водителдәр.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға