24.10.2019 Иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеларының берәүһе милли проектҡа ҡушылды
Башҡортостан Хөкүмәте хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса милли проектҡа ҡушылыу өсөн Саҡмағош районының "Баҙы" ауыл хужалығы предприятиеһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеү төҙөнө.
Был предприятие үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлешендә эшләй. Бер юлы социаль өлкә лә онотолмай - торлаҡ, юлдар, белем биреү учреждениелары төҙөлә һәм ремонтлана, биләмәләр төҙөкләндерелә. 1123 башлыҡ ике һөт-тауар фермаһы, алты аркалы иген келәте, иген киптергес, 21 йорт төҙөлгән.
һуңғы йылдарҙа эшкә яраҡлы кешеләр ҡалаға күсеп китә башлаған. Ошоно күҙ уңында тотоп, предприятие милли проектҡа ҡушылырға булған.
Был нимәләр бирә һуң? Түбәндә ҡарайыҡ:
- производствоны ҡулайлаштырыуҙа проекттарға эксперттар ярҙамы;
- "һаҡсыл производство" инструменттары индергәндән һуң льготалы займ;
- идара итеү кадрҙары программаһында ҡатнашыу;
- экспорт мөмкинлектәрен арттырыуҙа ярҙам.
Әйтергә кәрәк, бөгөнгә милли проектта ҡатнашыу өсөн республиканың сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш индустрияһындағы 45 предприятие менән килешеү төҙөлгән.