23.10.2019 Эйәһеҙ быуар йыланды эйәләткән
Өфөлә йәшәүсе Инна Балтина исемле ҡатын аквасалонға хужа. Бер көндө уның магазины алдында ҡумта табып алған.
- Көсөктәр йәки бесәй балаларын ташлап киткәндәр тип асыуып булды, эстә йылан табып алдым, - тигән Инна.
Ҡатын һөйрәлеүсене үҙендә ҡалдырырға булған һәм белгестәр менән кәңәшләшкән. Мәхлүк альбинос төҫөндәге юлбарыҫ питоны һәм инә енесле булып сыҡҡан. Иректә бындай йыландар ете метрға тиклем үҫә ала. Кешеләр ғәҙәттә король питондарын үрсетә. Селтәрле һәм юлбарыҫ төрлөләре кешеләр өсөн хәүефле, балаларҙы һәм йорт хайуандары менән ҡалдырырға кәңәш итмәйҙәр.
Инна йыланға Персик тип исем ҡушҡан. Иркәләнергә ярата, ҡулға менеп, йылыһын тойоп һөйрәлә икән. Персикка айына берҙе туңдырылған ит һәм бүҙәнә ашаталар. Хужабикәһе йыланға һыуыҡ теймәһен тип фатирындағы иҙәнде йылытҡан.