«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә уҡыусы ҡыҙҙы сауҙа үҙәгенән дауаханаға илткәндәр, тик ҡотҡара алмағандар



23.10.2019 Өфөлә уҡыусы ҡыҙҙы сауҙа үҙәгенән дауаханаға илткәндәр, тик ҡотҡара алмағандар

Үҫмер ҡыҙҙы “Тиҙ ярҙам” “Ғаилә” сауҙа-күңел асыу комплексынан килеп ала. Уға “ағыуланыу” диагнозы ҡуйыла.


Үкенескә күрә, 8-се класс уҡыусыһы дауаханала, иҫенә килмәйенсә, яҡты донъя менән хушлаша.

Тикшереү эштәре башланған, бөгөн суд-медицина экспертизаһы үткәреләсәк, ҡыҙҙың үлеменә нимә менән ағыуланыу сәбәпсе булғанын асыҡлаясаҡтар.

Фаразлау буйынса, үҫмерҙәр бәҙрәфкә бикләнеп, зажигалкалар өсөн газды еҫкәгән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға