«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аршавиндан һуң, баһаланғандары юҡ



23.10.2019 Аршавиндан һуң, баһаланғандары юҡ

Йыл да уҙған миҙгел һөҙөмтәләре буйынса Францияның France Football журналы донъяның иң яҡшы футболсыһын «Алтын туп» призы менән баһалай.
Быйыл уға кемдәр дәғүә итәсәк турала беҙ сайтыбыҙҙа мәғлүмәт биргәйнек инде. Уның тарихына килгәндә, Рәсәй уйынсыларынан һуңғы тапҡыр Андрей Аршавин ғына ул исемлектә күренде. Бынан 10 йыл элек Аршавин тауыш йыйыу буйынса 21-се урын алғайны. Ә инде 2008 йылда хатта 6-сы күрһәткескә өлгәште.
Ғөмүмән, беҙҙең футболсыларҙан Аршавиндан тыш, 1993 йылда Сергей Кирьяков (21-се урын) һәм Юрий Жирков 2008 йылда 25-се булды. Ә бына СССР заманында ул призға 61 футболсы дәғүә итеп, өсәүһе, йәғни Лев Яшин (1963 йыл, һүрәттә), Олег Блохин (1975 йыл) һәм Игорь Беланов (1986 йыл) призды яулай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға