22.10.2019 Ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙар - һөйөнсө!
Ауылда эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһы буласаҡ. РФ Хеҙмәт кодексына был өҫтәмәне Дәүләт Думаһы индерҙе.
Иң мөһиме - эш хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһыныҡы менән тиң буласаҡ. Закон проекты шулай уҡ сменалы эш трафигында ҡатын-ҡыҙҙарға эш хаҡын күберәк түләүҙе вәғәҙәләй.
Законды тикшергәндә депутаттар проектҡа тағы ла бер нәмәне - эш хаҡы күләме закондың үҙ ҡарарына ингәндән һуң кәмергә тейеш түгел тигәнде индерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бығаса ауыл-ҡатын ҡыҙҙары өсөн ҡыҫҡартылған эш көнө федераль закон менән нығытылмағайны.