22.10.2019 Уҡытыусы балаларҙың ауыҙҙарын скотч менән йәбештереп, белем биргән!
Күрше Татарстан республикаһында яңы ысул менән уҡыта башлағандар. Социаль селтәрҙә бер әсә кеше, уҡытыусы беренсе класс уҡыусыларының ауыҙҙарын скотч менән йәбештергән, тип зарланғандан һуң, был факт буйынса тикшереү эштәре башланған. Әлеге хәбәрҙең аҫтында бер малайҙың атаһы был хаҡта полицияға ғариза менән мөрәжәғәт итеүе, тик уҡытыусыны һаман да эштән сығармауҙары тураһында яҙған.
Әле ваҡиға буйынса прокуратура тикшереү үткәрә. Уның һөҙөмтәләре билдәле булғас, садист уҡытыусыға ҡарата тейешле сара күреләсәк.