«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гемоглобинды нисек күтәрергә?



22.10.2019 Гемоглобинды нисек күтәрергә?

Гемоглабинды гранат һуты менән сөгөлдөр күтәрә тиһәләр ҙә, ғалимдар, тикшереү үткәргәндән һуң, уны күтәреүҙә тауыҡ бауырына бер нәмә лә етмәүен асыҡлаған.
Ул тиҙ үҙләштерелә, организмды файҙалы матдәләр менән дә байыта. Операциянан, күп ҡан юғалтыуҙан һуң тауыҡ бауыры тиҙ арала хәл индерә.
Шулай уҡ ул әҙ калориялы ризыҡ, 100 грамында бары 137 ккал. А, С, В6, В12 витамины һәм фолий кислотаһына бай. Баҡыр, цинк, кальций, марганец, хром, тимер – организмға көн һайын кәрәкле матдәләр.

Тауыҡ бауыры ҡан баҫымын да көйләй, ҡан тамыры – йөрәк системаһын да нығыта. Гепарин ҡандың ойошоу үҙенсәлеген башҡара һәм миокард инфарктын иҫкәртә. Уның составында атеросклерозға ҡаршы көрәшеүсе лизин матдәһе лә бар.

Һуңғы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, тауыҡ бауыры яман шеш күҙәнәктәре үҫешен дә тотҡарлай икән.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға