«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ялған араҡы һатыусыға – 2 млн штраф



22.10.2019 Ялған араҡы һатыусыға – 2 млн штраф

Өфө ҡалаһы полицияһы законһыҙ тауар әйләнешенән 850 литр этил спирты нигеҙендәге шыйыҡлыҡ тартып алған. Һатыусы үҙенең запастарын өйөндә һаҡлаған булған. Шулай уҡ йортонда 1471 ярты литрлы һәм 75 литр ярымлыҡ пластмасса буш шешәләр һаҡланған.
Суд ялған араҡыны юҡҡа сығарыу һәм ғәйепләнеүсегә 2 млн штраф һалыу тураһында ҡарар сығарған. Контрафакт продукцияны һатып, был кеше 300 меңдән ашыу килем алыр ине.
Ҡарарҙы үтәү барышында суд приставтары был ирҙең фатирына, автомобиленә арест һалған, сит илгә юлды япҡан.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға