«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балаларҙы сүп-сар өсөн түләүҙән азат итерҙәрме?



22.10.2019 Балаларҙы сүп-сар өсөн түләүҙән азат итерҙәрме?

Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙе кәметергә тәҡдим иткәндәр. Был хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә.


Әлеге ваҡытта сүп-сар сығарыу өсөн тариф барыһына ла бер үк: 35 һумдан башланып, төрлө ерҙә төрлөсә.
Балалы ғаиләләр өсөн түләүҙе кәметеү инициативаһы менән сығыш яһаусылар уны өс йәшкә тиклемге балаларға бөтөнләй бөтөрөргә, ә мәктәпкәсә йәштәге балаларға ташлама индерергә, тип тәҡдим итә.
Әммә РФ Хеҙмәт министрлығында ,был инициативаны ҡабул итеү өсөн тәүҙә яңы система буйынса сүп-сар йыйыу инфраструктураһын формалаштырырға, һуңынан ғына граждандарға льготалар булдырыу тураһында уйларға кәрәк, тиҙәр.
Әйткәндәй, Тверь өлкәһендә күп балалы ғаиләләргҙе сүп-сар өсөн түләүҙән азат иткәндәр.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға