«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы ла ер убылған



21.10.2019 Тағы ла ер убылған

Бөгөн, Өфөнөң Менделеев урамында ер убылған. Тәрән соҡор административ бина янында барлыҡҡа килгән. Әле был урында махсус хеҙмәттәр тикшереү эшен алып бара. Ер убылыуҙан бер кем дә зыян күрмәгән, эргәләге биналар ҙа емерелмәгән, тип белдерә белгестәр.

Ошо арала ер убылыу урынын ҡаплау эше башҡарыласаҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министырлығының Башҡортостан республикаһы буйынса идаралығы әлеге инцидентты контролдә тота.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Bash.News


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға