«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Етмеш һум аҡса өсөн ете кешене үлтергән



21.10.2019 Етмеш һум аҡса өсөн ете кешене үлтергән

Ростов ҡалаһындағы ҡот осҡос янғында күп кеше һәләк булды. Был һигеҙ фатирлы ағас йорт иҫке булһа ла, әлегә йәшәрлек, тип иҫәпләнгән.


Ҡотҡарыусыларға таңғы биш тирәһендә янғын сығыуы хаҡында хәбәр килә. Был мәлдә күрше-күлән хәленән килгәнсе кешеләрҙе ҡотҡарып маташа. Тик, һуңынан билдәле булыуынса, баҫҡысҡа ут төрткәндәр һәм күптәрҙең үлемдән ҡотолоу юлы быуылған. Бисаралар төтөнгә ағыуланып яҡты донъя менән хушлаша.

Фажиғәлә бер ғаиләнән әсә һәм өс ҡыҙ, икенсе ғаиләнең 4 һәм 2 йәшлек ҡыҙы менән улы һәләк булған. Барлығы ете кешенең бишәүһе - балалар, иң бәләкәйе ни бары 1 йәш тә 3 айлыҡ.

Ут төртөүсене бер-нисә сәғәттән ҡулға алалар. 38 йәшлек Александр Комаров бер ни йәшермәй һөйләп бирә.

Баҡһаң, уның улы ошо йортта йәшәгән класташы менән талашҡан булған. Бер ай элек Александрҙың улының 70 һум аҡсаһы юғала, ул иптәшен уғрылыҡта ғәйепләй. Аталлы-уллы малайҙы эҙәрлекләйҙәр, аҡса таптыралар, теге бала, мин теймәнем, тип илай. Әсәһенә һөйләп биргәс, ҡатын Комаровтарҙың был ҡылығы хаҡында мәктәпкә хәбәр итергә йыйына, тик ваҡыт таба алмай...

Ә берҙән-бер көндө Александр, үс алыу теләге менән, эскән баштан "яуыз дошман" йәшәгән йортҡа “ҡыҙыл әтәс” ебәрергә була. Ул подъезға инеп, баҫҡыс майҙансығында ултырған креслоға зажигалка ярҙамында ут төртә. Әйткәндәй, ир заманында коррекцион мәктәпте тамамлаған булған.

Был йорт янына ҡала халҡы сәскәләр һәм уйынсыҡтар килтерә, һәләк булыусыларҙың иҫтәлегенә шәмдәр ҡабыҙа.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға