21.10.2019 Автозаправкаларҙа мутлашыуға юл ҡуйылмаясаҡ
Күптәребеҙ автомобилдәренә яғыулыҡ ҡойғанда заправкаларҙа бензинды еткерә ҡоймауҙарына шик белдерә.
Росстандарт автозаправкалар станцияларында бындай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн яңы тикшереү алымдарын уйлай. Росстандарт етәксеһе Алексей Абрамовтың фекеренсә, бензинды еткерә ҡоймау колоналарҙы программалауҙың манипуляциялары менән бәйле. «Программаны һәр пистолетҡа яғыулыҡты еткерә һалмаҫҡа көйләп була», – тигән ул.
Росстандарт киләһе йылдан яғыулыҡ ҡойоу колонкаларындағы 1989 йылғы ГОСТы алмаштырырға теләй. Сөнки ул яңылышлыҡтарға, мутлашыуҙарға юл ҡуя.
Киләсәктә колонкалар ғына түгел, касса артында ултырған операторҙар эшенең үлсәү системаһы ла тикшереләсәк. Йәшерен һатып алыуҙар ойоштороу өсөн приборҙар ла эшләнә.