21.10.2019 Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны уҙасаҡ
6 – 9 ноябргә планлаштырылған форумдың һәр көнө айырым темаға бағышланған.
6 ноябрь – мәктәп директорҙары һәм балалар баҡсаһы мөдирҙәре өсөн квалификация үҫтереү курстар модулдәре уҙасаҡ;
7 – Мәскәү халыҡ-ара мәғариф салонының федераль программаһы;
8 – Уҡыусылар көнө;
9 – Ата-әсәләр көнө.
Салон фестиваль рәүешендә үткәрелә, бында күргәҙмә эшләй, пленар ултырыш ҡаралған, интерактив майҙансыҡтар була, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Экспозицияла Башҡортостан һәм Рәсәйҙәге урта һәм юғары уҡыу йорттары стендтары тәҡдим ителә. Белем биреүҙә яңы технологиялар, интернет-проекттары, имтихандарға әҙерләнеү курстары менән танышырға буласаҡ.
Былтыр мәғариф салонын 12 меңдән ашыу уҡыусы килеп күргән.