«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был коллективтарҙы оло ҡыҫҡартыу көтә



21.10.2019 Был коллективтарҙы оло ҡыҫҡартыу көтә

Төбәктә оптималләштереү, структуралағы үҙгәрештәр һәм банкротлыҡ арҡаһында ҡыҫҡартыласаҡ коллективтарҙы атанылар.


“РН-Сервис” филиалы (Өфө районы) – 152 кеше ҡыҫҡартыуға эләгәсәк.

“Яңы Салауат ТЭЦ-ы” (Салауат ҡалаһы) – 100 кеше. Бында, подразделение юҡҡа сығарылыу сәбәпле, эштән бушаталар. Етәкселек хеҙмәткәрҙәрҙе яңы эш урындарына күсерергә вәғәҙә итә.

“Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәрен бүлеү” компанияһы (Өфө) – 92 кеше.

Баш ҡаланан тағы Өфө дәүләт нефть-техник университеты (73 кеше) һәм Роскомснаббанк (58 кеше) ҡыҫҡартыуҙар буйынса лидер булып тора.

Әлегә республикала хеҙмәткәрҙәрен эштән бушатыусылар араһында Роскомснаббанк (216), Нефтекаманың “Әмзә урман комбинаты” (205) һәм “Башинформсвязь” ойошмаһы (193) "алдынғы" булып тора.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға