«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Этно-шәмбе" тотош районды берләштерҙе



21.10.2019 "Этно-шәмбе" тотош районды берләштерҙе

Хәйбуллалар йәнә таң ҡалдыра

19 октябрҙә Хәйбулла районының барлыҡ мәҙәниәт йорттарында тиерлек "Этно-шәмбе" ойошторолдо. Унда ауыл халҡы, барлыҡ белем биреү учреждениелары, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре ихлас, әүҙем ҡатнашты. Ғәлиәхмәттәргә ҡул эше оҫтаһы Светлана Ибраһимова биҙәүестәр яһарға өйрәтһә, мәмбәттәр "Өләсәйем дандығы" тигән сара әҙерләгән. Әбүбәкирҙәр милли кейем парады ойошторһа, иҫәнгилделәр "Халыҡтар дуҫлығы" дәресен үткәрҙе, һәүәләйҙәр иһә әкиәттәр иленә сәйәхәт итте. Ә Йәнтеш мәҙәниәт йортонда этно-шәмбе менән берлектә "Мостай -100 тапҡыр беҙҙеке" тип исемләнгән шиғыр бәйгеһе лә уҙҙы.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға