«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Умарк Мозякиндан 60 миллион һумға кәмерәк ала



21.10.2019 Умарк Мозякиндан 60 миллион һумға кәмерәк ала

«Салауат Юлаев» командаһы һөжүмсеһе, Линус Умарк КХЛ-дың иң күп эш хаҡы алыусылар исемлегенең тәүге бишәүһенә ингән.
Швеция легионеры быйылғы миҙгелдә бонусһыҙ ғына 120 миллион һумға байыясаҡ. Һуңғы арала капитан вазифаһын үҙ өҫтөнә йөкмәгән Умарк, уйындарҙа 18 (5 гол, 13 пас) мәрәй туплап, беренселектә юғары бишенсе күрһәткескә өлгәшкән.
Шулай уҡ Дания һаҡсыһы Филип Ларсен да кеҫәһен 80 миллион һумға ҡалынайтасаҡ. Ҡапҡа һағында торған Юха Метсола иһә 70 миллион һумға ла риза.
Ә инде КХЛ-да иң байы – Сергей Мозякин (180 миллион һум).





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға