«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Етәр! Һиңә күпме йәшәргә була?!”



21.10.2019 “Етәр! Һиңә күпме йәшәргә була?!”

Стәрлебаш районында йәшәүсе ир үҙ әсәһен үлтерергә маташҡан.


Был кис оло йәштәге хужабикә, мунсанан һуң ҡан баҫымы күтәрелгәнгә күрә, дарыу эсә һәм йоҡларға ята. Бер ваҡыт ул тын етмәүҙән уянып китә. Күҙен асып ебәрһә, иҫерек улы уны шәл менән муйынынан һыға башлаған булған.

Әбей ҡысҡырып ебәргәс, ир бысаҡ алып яҡын кешеһенең битенә сәнсә. Улының ҡулына һуҡҡан ыңғайы, ҡорал ситкә ырғый. Ир бысаҡ артынан үрелгән сағында, әбей тышҡа йүгереп сығып өлгөрә. Енәйәтсе: “Һиңә күпме йәшәргә була?! Барыбер үлтерәм!” – тип ҡысҡырып яҡын кешеһенең артынан ташлана.

Бәхеткә күрә, әбей күршеләренә ҡасып ҡотола. Улар полицияға һәм “Тиҙ ярҙам”ға шылтырата.

Улы быға тиклем әсәһенә үлтереү менән йыш янған булған. Суд уны 6 йыл һәм 3 айға ҡаты режимлы колонияға хөкөм иткән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға