«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡырағай эттәр тыныс йәшәргә ҡамасаулай



21.10.2019 Ҡырағай эттәр тыныс йәшәргә ҡамасаулай

Ишембай районының Яңы Әптек ауылы халҡы хәүеф аҫтында йәшәргә мәжбүр. Ауылды көтөүе менән ҡырағайланған эттәр баҫып алған. Яңыраҡ ҡына улар кеше малына һөжүм итеп, бер кәзә, ике бәрәстең башына еткән. Урындағы халыҡ балаларҙың үҙҙәрен генә тышҡа сығарырға ҡурҡа. Бер-бер хәл була ҡалһа, ғәйепте кемдән эҙләргә?

Ауыл хакимиәтендә был һорау бер нисә тапҡыр күтәрелә, әммә әлегә тиклем хәл ителмәй ҡала.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Һәүәҫкәр фото


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға