21.10.2019 Студенттарҙың күпләп ағыуланыуын Роспотребнадзор тикшерә
Үткән аҙнала баш ҡалала инфекция дауаханаһына ете кеше - Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы студенттары эләкте. Беҙ ҙә бының турала яҙып үткәйнек.
Буласаҡ архитекторҙар уҡыу йортоноң ашханаһында тамаҡ ялғағандан һуң ағыуланған булған. Был факт тураһында бөгөн БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Әле төбәк Роспотребнадзоры әйтелгән факт буйынса тикшереү алып бара.